+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Август 2019, 23:09

Мәктәптәрҙә быйылдан автомобиль йөрөтөргә, ғаилә эсендә мөнәсәбәттәрҙе көйләргә өйрәтәсәктәр

Яңы уҡыу йылынан республика мәктәптәрендә тәрбиәүи проекттар эшләй башлаясаҡ. "Ғаилә фәне", "Мәктәптәргә - кинодәрестәр", "Позитив ғәҙәттәр мәктәбе", "Киләсәккә юллама" һәм башҡа ҡыҙыҡлы проекттар булдыраласаҡ. Бының турала бөгөн уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин еткерҙе.

Яңы уҡыу йылынан республика мәктәптәрендә тәрбиәүи проекттар эшләй башлаясаҡ. 719 мәктәптә "Ғаилә фәне", 179 белем усағында "Мәктәптәргә - кинодәрестәр", 279 мәктәптә "Позитив ғәҙәттәр мәктәбе", "Киләсәккә юллама" (30 мәктәптә), 54 мәктәптә "Синыф тәрбиәсеһе" проекттары үҙ эшен башлай. Бының турала бөгөн уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин еткерҙе.
1-се сентябрҙән респкблканың 71 белем усағында "Үргә ос!" комплекслы программаһы үҙ эшн башлай. Ул уҡыусыларҙың һәләттәрен асыуға йүнәлтелгән. Программа "Шахматта уйнарға өйрән!", "Спорт менән дуҫлаш!", "Интерактив башҡорт теле", инглиз телен төплө өйрәнеүҙе үҙ эсенә алған "Иркен һөйләш!", "Минең ғаиләм", "Бейе!", "Руль артына ултыр!" модулдәренән тора.
Читайте нас: