Бөгөн "Торатау" кКнгресс-холында уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе үтте.
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә бөгөн 8 дискуссия майҙансығы эшләне. Унда "Мәғариф", "Демография" федераль милли программаларын бойомға ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Шулай уҡ бишкөнлөккә тулыһынса күсеү, балаларҙың ялы, туған телде өйрәнеү, һәләтле балалар менән эшләү, мәктәптәрҙе һанлы техника менән тәьмин итеү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәктәптәрҙең биш көнлөк уҡытыу программаһына күсеүе тураһында: "Балалар аҡыллы ла, һау ҙа, бәхетле лә булып үҫергә тейеш. Мәктәптәрҙә кванторуимдар барлыҡҡа килтерелә, яңы түңәрәктәр асыла. Балалар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған шөғөлөнә ваҡыт табырға, аҙнаһына ике көн йоҡоһо туйғансы йоҡлап алырға ла тейеш", - тине. Ул шулай уҡ мәктәптә балаларға телефон ҡулланыуҙы тыйырға тәҡдим итте.
1 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә берҙәм меню булдырыласаҡ. Берҙәм менюның өҫтөн яғы шунда: балаларҙың ашаған ризығы диетологтарҙың күрһәтмәләренә, нормативтарға тап киләсәк. Юғиһә, һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙе аутсорсинг компаниялар һыуып бөткән, тәмһеҙ аш менән тәьмин иткән осраҡтар йышайҙы. Был хәл менән риза булмаған ата-әсәләр социаль селтәрҙәрҙә ошо мәсьәләне иғтибар үҙәгенә алыуҙы үтенгәйне. Ниһайәт, уҡыусылар сифатлы һәм файҙалы туҡланыуға күсәсәк.
Иң яҡшы мәктәптәргә - аҡсалата ярҙам
Башҡортостан мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, быйыл республика мәктәптәре араһында рейтинг ойоштороласаҡ. Иң яҡшы 10 ҡала һәм 10 ауыл мәктәбе 1 миллион һумлыҡ грант аласаҡ.Ә Радий Хәбиров БДИ-ны 100 балға яҙған уҡыусыларҙы әҙерләүсе уҡытыусыларға премия булдырырға тәҡдим итте.