+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Август 2019, 17:21

Мурзин менән Йосопов Рәсәй геройҙары

Владимир Путин баҫыуға самолетты имен ултыртҡан пилоттарға илебеҙҙең юғары наградаһын тапшырҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин кукуруз баҫыуына самолетты имен ултыртҡан пилоттарға Рәсәй геройы исемен рәсми рәүештә указға ҡул ҡуйып иң юғары наградаһын тапшырҙы.


Самолет командиры Дамир Йосопов (һулда) һәм икенсе пилот Георгий Мурзин Рәсәй Геройҙары исемен алды, стюардессаларға Ҡыйыулыҡ ордендары тапшырылды. Һай, үҙебеҙҙең егеттәр!


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Йосопов менән Мурзин А-321 самолеты күтәрелә башлаған саҡта аҡсарлаҡтар реактив двигателенә инеп китә һәм улар яна башлай. Йосопов менән Мурзин 233 кеше ғүмерен ҡотҡарған. Улар үтә хәүефле хәлдә юғалып ҡалмай ҙур зыян күргән самолетты баҫыу уртаһына ултыртыуға өлгәшә. Егеттәрҙең профессионализмы һәм бәхетле осраҡ менән пассажирҙарҙың барыһы ла иҫән ҡала.
Читайте нас: