Үткән аҙнала Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатында "Башҡортостан Республикаһында милли мәғарифты үҫтереү" темаһына стратегик сессия үтте. Уның эшендә Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донья башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, республиканың район-ҡала мәғариф бүлектәре методистары, милли мәктәптәр директорҙары, ата-әсәләр йәмғиәте ағзалары һәм Силәбе, Ырымбур, Ҡурган, Свердловск өлкәләренән, Пермь крайынан ҡунаҡтар ҡатнашты.