Башҡортостанға йәйге эҫе әйләнеп ҡайтты. Башгидрометеорология хеҙмәткәрҙәре фаразы буйынса, бөгөн һәм иртәгә башлыса яуым-төшөмһөҙ, төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарҙа бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы мөмкин. Һауа температураһы төндә +12, +17, таулы райондарҙа +7-гә тиклем төшөүе ихтимал, көндөҙ +25, +30 эҫе буласаҡ.