-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2019, 00:49

Башҡорт ҡыҙына – Ҡаһарманлыҡ ордены

233 кешенең ғүмерен ҡотҡарған самолеттың экипаж командиры, пилот Дамир Йосопов менән икенсе пилот Георгий Мурзинға Рәсәй Геройы исемен алды. А биш бортпроводникка Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды. Шуныһы ҡыуаныслы – улар араһында башҡорт ҡыҙы Алия Слаҡаева ла бар.

Алия Белорет ҡалаһында тыуып-үҫкән, уға 27 йәш. Яҡташыбыз Г.И. Носов исемендге Магнитогорск дәүләт техник университетын тамамлаған. Баҫалҡы, изге күңелле башҡорт ҡыҙы шундай мәлдә ҡурҡып ҡалмаған, пассажирҙарҙы ҡотҡарыуҙа батырлыҡ күрһәткән.


Алия Марат ҡыҙына төрлө яҡтан рәхмәт һүҙҙәре яуа. «Ысын күңелдән рәхмәт. Һеҙҙең батырлыҡ, һөнәри оҫталыҡ алдында баш эйәбеҙ. Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ", тип яҙалар социаль селтәрҙәрҙә.


Беҙ ҙә һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, Алия!


Автор: Венер ИСХАҠОВ.

Фото: "Бәйләнештә"
Читайте нас в