Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2019, 02:19

"Демография" милли проекты дөрөҫ туҡланырға өйрәтә

Өфөлә "Сәләмәт туҡланыу мәктәбе" эшләй башланы.

Өфөлә "Сәләмәт туҡланыу мәктәбе" эшләй башланы.


Уның маҡсаты - дөрөҫ туҡланыуҙың һау-сәләмәт булырға һәм оҙаҡ йәшәргә булышлыҡ итеүен мөмкин тиклем күберәк кешегә еткереү.


Мәктәп "Демография" милли проектына ярашлы, "Сәләмәтлек сәнғәте" төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ғәмәлгә ашырыла.


Унда аҙна һайын тематик лекциялар буласаҡ. Сауҙа үҙәктәрендә, кинотеатрҙарҙа, кафеларҙа дөрөҫ туҡланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү күҙаллана.


Шулай уҡ "Сәләмәт туҡланыу нигеҙҙәре. Аҙыҡтың сифаты һәм хәүефһеҙлеге" программаһы буйынса уҡытыу ҡаралған.


Ошо көҙ тематик конференция үткәреләсәк. Планда урындағы етештереүселәр ҡатнашлығында йәрминкә ойоштороу ҙа бар.

Фото: Башинформ.
Читайте нас в