+9 °С
Облачно
Яңылыҡтар
18 Августа 2019, 21:15

Ике Президент осрашасаҡ

Владимир Путин Франция Президенты Эммануэль Макрон менән осрашасаҡ

Добавить в предпочтительные источники Google
19 августа Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция Президенты Эммануэль Макрон менән осрашасаҡ, ул бер көнгә Францияға эш сәфәре менән барасаҡ.


Ике дәүләт етәкселәре халыҡ-ара проблемаларҙы тикшерәсәк, Европалағы хәүефһеҙлек, Евросоюздағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә туҡталасаҡ.


Шулай уҡ Рәсәйҙең Европа Советы сараларында ҡатнашыу перспективалары ла барланасаҡ. Рәсми осрашыуҙан тыш, фәҡәт ике етәксенең генә осрашыуы (тет-а-тет) һәм Путин менән Макрондың матбуғат конференцияһы ла ҡаралған.


Лидерҙарҙың осрашыуы француз президенттарының рәсми йәйге резиденцияһында – Бергансон фортында үтәсәк.


Автор: Г. БАЛТАБАЕВА.
Читайте нас