Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы, Фәндәр академияһы, Мәғариф тармағында контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығы һәм Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте кеҫә телефондарын мәктәптә ҡулланыу тәртибе тураһында методик ҡулланмалар әҙерләй, тип хәбәр итә ТАСС.
Идаралыҡтар мәктәптә дәрес барышында телефондарҙы ҡулланыуҙы тыйыу һәм белем усағына ингән урында уларҙы тауышһыҙ режимға ҡуйырға тәҡдим итә. Был ҡарарҙы улар белгестәрҙең мәктәп йәшендәге балаларҙың психикаһы ҡаҡшауға, йоҡоһо туймауға, үтә актив һәм тиҙ ҡыҙыусанға әйләнеүгә, хәтере насарайыуына, иғтибарһыҙ булыуына килтергәнлеген иҫбатлауҙарына нигеҙләнеп ҡабул иткән.
Телефондар менән ҡулланыуҙы тыйыу - әллә ни ҡәтғи шарт түгел, һәр мәктәп администрацияһы үҙе хәл итә. Сәләмәтлеге сикләнгән (мәҫәлән, шәкәр диабеты менән ауырыған һәм ҡандағы шәкәрҙе йыш тикшереп торорға мәжбүр булған) балаларға телефонды ҡулланыу рөхсәт ителә. Шулай уҡ, уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә мәктәптә телефондан һөйләшергә мөмкин.