-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2019, 18:48

Бөгөн - бөтә донъя ялҡаулыҡ көнө

Моғайын, был көндө берәй бик арыған, йонсоған кеше уйлап тапҡандыр. "Батырға ла ял кәрәк" - тигән һылтау менән календарҙа 20 августы ҡыҙыл ҡәләм менән билдәләп тә ҡуйғандыр.

Бөгөн ниндәй көн икәнлеген беләһегеҙме? Беҙ ҙә белмәҫ инек, әгәр ҙә Интернет тигән нәмәкәй булмаһа. Баҡтиһәң, бөгөн бөтөн донъя Ялҡаулыҡ көнөн билдәләй икән.
Моғайын, был көндө берәй бик арыған, йонсоған кеше уйлап тапҡандыр. "Батырға ла ял кәрәк" - тигән һылтау менән календарҙа 20 августы ҡыҙыл ҡәләм менән билдәләп тә ҡуйғандыр.
Әммә был датаның әһәмиәте һис тә иң ауыр гонаһтарҙың береһе булған ялҡаулыҡты ҙурлауҙа түгел икән. Кешелеккә бер мәлгә генә булһа ла туҡтап, тирә-йүнгә иғтибар бүлергә кәрәк икәнлеген, исмаһам бер йоҡо туйғансы йоҡлап, организмға ял биреүҙең файҙалы икәнлеген иҫкәртеү өсөн уйлап сығарылған был көн.
Әйткәндәй, Ялҡаулыҡ көнөн 1985 йылда Колумбияның Итагуи ҡалаһында беренсе тапҡыр билдәләгәндәр. Был көндө кешеләр эшкә бармаған.
Әммә оҙайлы иренеү кешене шәхес булараҡ юҡҡа сығара икәнлеген оноторға ярамай. Юҡҡа ғынамы халыҡ ялҡаулыҡ, иренеү тураһында әллә күпме әйтем, мәҡәлдәр уйлап сығармаған:
  • Ялҡау кеше — ярты кеше, уңған кеше — ун кеше.
  • Ялҡау аҡрын барһа ла, ярлылыҡтың артынан тиҙ етер
  • Ялҡау ашҡа килер, уңған эшкә килер
  • Ялҡау өйҙә, бүрке сөйҙә
  • Ялҡау әйткән: «Бөгөн ял итәйем дә, иртәгә ныҡлап эшләрмен ». Тырыш әйткән: «Бөгөн тырышып эшләйем дә, иртәгә ял итермен».
  • Ялҡау үлмәҫ, рәхәт көн күрмәҫ
  • Ялҡауға йомош ҡушһаң, ул Һиңә аҡыл өйрәтер

  • Ялҡауға үгеҙ үлһә — ит, арба ватылһа — утын.
  • Ялҡауланһаң — ауырырһың, тырышһаң— һауығырһың
  • Ялҡаулыҡ — зәхмәт, дарыуы — хәрәкәт.

  • Читайте нас: