+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2019, 19:24

“Аманат”тың урағай һанына күҙәтеү

Быйыл мәктәптәрҙә ойошторолған осрашыуҙар мәлендә бер уҡытыусы апай: “Аманат”тың һәр бите – хазиналар тулы серле һандыҡ”, – тигәйне. Уның менән килешмәй булмай, ысынлап та, журналдың биттәрендә ниндәй генә ҡыҙыҡ мәғлүмәт юҡ! Ул хикәйә, повестары, ул файҙалы кәңәштәре, шәп мәҡәләләре... Ай һайын килеп торған оло ҡыуаныс ул – “Аманат”. Тиҙҙән, бик тиҙҙән һеҙҙең өйгә яратҡан баҫмағыҙҙың киләһе һаны барып етер. Ә беҙ әлегә һеҙҙе урағай һанында ниҙәр бар икәнлеге менән таныштыра торайыҡ.

Быйыл мәктәптәрҙә ойошторолған осрашыуҙар мәлендә бер уҡытыусы апай: “Аманат”тың һәр бите – хазиналар тулы серле һандыҡ”, – тигәйне. Уның менән килешмәй булмай, ысынлап та, журналдың биттәрендә ниндәй генә ҡыҙыҡ мәғлүмәт юҡ! Ул хикәйә, повестары, ул файҙалы кәңәштәре, шәп мәҡәләләре... Ай һайын килеп торған оло ҡыуаныс ул – “Аманат”. Тиҙҙән, бик тиҙҙән һеҙҙең өйгә яратҡан баҫмағыҙҙың киләһе һаны барып етер. Ә беҙ әлегә һеҙҙе урағай һанында ниҙәр бар икәнлеге менән таныштыра торайыҡ.
Яратҡан журналыбыҙҙың тәүге битен асҡас та донъяла ниндәй ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булып үткән, ҡайҙа күпме бала ял иткән, кем “Аманат”тың планшетын отҡан – шундай мауыҡтырғыс күҙәтмәләр урын алған. Әйткәндәй, планшет отҡан кеше Баймаҡ районынан! Уның тураһында беҙҙең сайтта мәҡәлә сыҡҡайны инде.
Уҡыуҙар туҡтап торһа ла, әүҙем ижадсыларыбыҙ каникул осоронда ла тик ятмаған – “Ижад ҡомары” сәсмә әҫәрҙәр, “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғырҙар конкурстарына ла шиғырҙар, хикәйә, әкиәттәр килеп торҙо. Шуларҙың иң уңышлыларын беҙ журналда баҫтыҡ. Улар һеҙгә лә оҡшар, тигән фекерҙә ҡалабыҙ. Шулай уҡ беҙ Урағай һылыуын да билдәләнек. Ул – Әбйәлил районы Асҡар ауылы ҡыҙы Юлиә Мырҙабаева. Һылыуҡай тураһында журнал биттәрендә уҡырһығыҙ.
Юрист, Башҡортостан Юғары Судының отставкалағы судьяһы, китаптар, бик күп хикәйәләр, мәҡәләләр авторы Урал Мөлөковтың бала сағы күңелле мажараларға бай булған икән. Уның нисек итеп ете йәше тулмаҫ элек мәктәпкә барам да барам тип, уҡырға барыуы, бер аҙ үҫкәс, физика дәресенән өйгә эш урынына, яңылыш, үтелмәгән теманы ятлауы тураһында мауыҡтырғыс итеп яҙа.
“Ат уйнатып, алда бара Шайморатов-генерал!” тип йырларға әүәҫбеҙ. Ә һеҙ башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо, хәрби хеҙмәте тураһында беләһегеҙме? Әгәр ҙә быға тиклем ишетмәһәгеҙ, Азат Юлан ағайығыҙҙың “Башҡорт тарихы” рубрикаһындағы мәҡәләһе һеҙгә ярҙамға килер.
Моғайын, һеҙ инде яратып өлгөргән “Һорлан” повесының дауамын да көтәһегеҙҙер. Зөһрә Бәшәрованың айыу балаһы тураһындағы был хикәйәһе ниҙәр менән барып бөтөр – уныһын әлегә әйтмәй торабыҙ. Әммә шуныһы сер түгел – әҫәр бөтәһенә лә оҡшаясаҡ!
Журнал тышында мөләйем генә ҡарап торған ике бала кем ул тип һорарһығыҙ. Йәмил һәм уның апаһы – Оксана ул. Шаяртабыҙ, был – уларҙың ысын исеме түгел. Улар – кино геройҙары. Моғайын да, арабыҙҙа Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесы менән таныш булмаған уҡыусы юҡтыр. Тап ошо әҫәр нигеҙендә Мәскәү режиссеры Александр Галибин “Һеңлекәш” фильмын төшөргән дә инде. Ә Зөбәржәт апайығыҙ һеҙҙе кино геройҙары менән таныштыра. Бәләкәстәрҙең – Оксана менән Йәмилдең ысынбарлыҡта кем булыуҙарын журнал биттәрендә уҡырһығыҙ.
Нисек интернетта аҡса эшләргә? Үткән һанда беҙ нисек итеп интернетта ябай ысулдар менән менән аҡса эшләргә өйрәткәйнек. Ә был һанда Рәзил Бикбулатов ағайығыҙ ҡатмарлыраҡ, ләкин килемлерәк ысулдар менән таныштыра. Юғары синыф уҡыусыларына был мәҡәлә бик файҙалы булмаҡсы.
“Мажаралы бала саҡ” конкурсына “Аманат”тың йәш хәбәрселәре Заһиҙә Рәжәпова менән Сәлимә Дәүләтшина үҙҙәре менән булып үткән ваҡиғаларҙы яҙып ебәргән. Һеҙгә лә был хикәйәләр оҡшар, тигән фекерҙәбеҙ. Дуҫтар, әйҙәгеҙ, һеҙ ҙә үҙегеҙ менән булған ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы беҙгә ебәрегеҙ. Еңеүсене һәйбәт бүләк көтә!
“Аманат йондоҙлоғо” рубрикаһы был юлы билдәле диджей, йәш йырсы, музыкант Рәлим Заманов менән әңгәмә ҡора. Музыкант үҙенең ижад донъяһы, буш ваҡытында ҡайҙа ял итергә яратыуы тураһында һөйләй.
Иң “тәмле” рубриканы беҙ аҙаҡҡа ҡалдырҙыҡ. Әлбиттә, һүҙ “Мәңгелек сер” тураһында бара. Алһыу исемле журнал уҡыусы ҡыҙ беҙҙең менән үҙенең мажаралы ла, аяныслы ла мөхәббәт тарихы менән бүлешә. “Минең бер ғәйебем дә юҡ ине бит” ти ул.
Ошо урында “Аманат”тың Урағай һаны менән таныштырыуҙы туҡтатып торайыҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әлеге ваҡытта журналға алдан яҙылыу кампанияһы бара. "Аманат"ҡа 2020 йылдың 1-се яртыһына 1-се сентябргә тиклем яҙылып ҡалһағыҙ оторһоғоҙ! Хаҡы әлегә ярты йылға - 340 һум 08 тин генә.
Ә һарысайҙан (сентябрҙән) 2020 йылдың 1-се яртыһына журналға яҙылыу һәм сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйыны башланасаҡ (эх, планшет был юлы кемгә тәтер икән?!)
Шулай уҡ RBSMI.RU сайтында журналдың электрон вариантына ла яҙылырға мөмкин. Индекстары – П2706, П3396.
Беҙгә яҙылығыҙ, төрлө уйындарыбыҙҙа, ҡыҙыҡлы бәйгеләребеҙҙә ҡатнашып, бүләктәр отоғоҙ!
Читайте нас: