Рәсәй Президенты Хөкүмәткә октябрь башына тиклем һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсе звеноһын модернизациялау буйынса саралар планын әҙерләргә ҡушты.
Бынан тыш, Владимир Путин һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә үрҙә телгә алынған бурысты башҡарыу өсөн төбәк программаларына әҙерлекте лә ойошторорға йөкмәтте.
"Нужно проработать и предложить источники финансовой поддержки предлагаемых мероприятий с федерального уровня. Прошу вас к этой работе приступить незамедлительно", - тине Президент.
Ил башлығы беҙҙең һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсе звеноһына (поликлиникалар, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, "Ашығыс ярҙам" станцияһы, ФАП-тар) хас булған төп проблемаларҙы ла атаны. Был - поликлиникаларҙың, үҙәк район дауаханаларының фондтары иҫкереүе, медицина ҡорамалдарының, автотранспорттың етмәүе, кадрҙар дефициты, ФАП, табип амбулаторияларының да етмәүе, хеҙмәт хаҡын түләүҙең насар ойошторолоуы.
"У нас приличные деньги запланированы на национальный проект "Здравоохранение" - 1 трлн 367 млрд рублей. А на развитие первичного звена здравоохранения из всех этих денег мы выделили по двум программам 237,5 млрд рублей. Это 15-16%", - тине Путин.
"Я хочу сказать, что если первичное звено здравоохранения у нас будет в том состоянии, в котором оно находится до сих пор, то количество инфарктов и инсультов не уменьшится, потому что в первичном звене провал. Вот в чем проблема", - сказал Путин.