-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Август 2019, 02:34

Урам аша бала үтеп бара...

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында үткән кәңәшмә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының бер йүнәлешенә – мәктәп эргәһенән үткән автомобиль юлдарын балалар өсөн хәүефһеҙ итеү мәсьәләләренә арналды.

Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында үткән кәңәшмә “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының бер йүнәлешенә – мәктәп эргәһенән үткән автомобиль юлдарын балалар өсөн хәүефһеҙ итеү мәсьәләләренә арналды.


– Бының өсөн мәктәпкә барғанда урам аша үтергә тура килгән урындарҙа иң тәүҙә юл тамғалары һәм һыҙмалары булырға тейеш, ул әле бөтә урында ла бар тип әйтеп булмай, – тине комитет рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов.


Яңы уҡыу йылына әҙерлек барышында дөйөм белем биреү мәктәптәре янындағы автомобиль юлдарын тикшереү буйынса эш төркөмө төҙөлгән. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы менән әлеге дәүләт комитеты берлектә сығарған әмергә ярашлы, был төркөм аҙна һайын райондарға сығырға һәм мәктәптәр эргәһенән үткән юлдарҙың хәүефһеҙлеген тикшерергә бурыслы.


Кәңәшмәлә әйтеп үтелеүенсә, республикала 2 364 урта дөйөм белем биреү мәктәбе һәм балалар баҡсаһы бар. Мәктәптәрҙең – 77,3, ә балалар баҡсалараның 68,5 проценты юл тамғалары, һыҙмалары буйынса талаптарға яуап бирә. Уҡыу йылы башланыуға тиклем ҡалған туғыҙ көн эсендә был күрһәткесте 100 процентҡа еткереү бурысы тора.



Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
Читайте нас в