+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Август 2019, 03:17

Владимир Путин Финляндия етәксеһе менән осрашты

Рәсәй Президенты Сочиҙа эш сәфәре менән килгән Финляндия Президенты Саули Ниинисте менән осрашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙа эш сәфәре менән килгән Финляндия Президенты Саули Ниинисте менән осрашты. Һуңынан улар берлектәге матбуғат конференцияһын уҙғарҙы.


Ике ил етәксеһе хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре, төбәк һәм халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Үҙ-ара әңгәмәнән һуң һөйләшеүҙәр делегация ағзалары ҡатнашлығында дауам итте.


“Рәсәй менән Финляндия араһындағы мөнәсәбәт күршеләргә хас, ул үҙ-ара файҙалы һыҙаттарға эйә. Иң элек ул сауҙа-иҡтисади бәйләнештәргә ҡағыла. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса ике яҡлы тауар әйләнеше 37 процентҡа артып, 12,5 миллиард долларға еткән, быйыл тәүге ярты йыллыҡта иһә тағы ла 27 процентҡа үҫте”, – тине Владимир Путин матбуғат конференцияһында.


Уның әйтеүенсә, Финляндиялағы ете меңдән ашыу предприятие Рәсәйҙәге партнерҙары менән эшлекле бәйләнеш булдырған.


#ВладимирПутин


Фото: scoopnest

Автор: Лилиә Дәүләтбәкова
Читайте нас: