-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2019, 14:08

Башҡортостанда IV Халыҡ-ара уҡтан атыу буйынса “Мәргән уҡсы” фестивале тамамланды

Башҡортостанда IV Халыҡ-ара уҡтан атыу буйынса “Мәргән уҡсы” фестивале тамамланды. Бәйге Ғафури районының Имәндәш һәм Ташаҫты ауылдары араһындағы Уҡлыҡая итәге яланында барҙы.

Башҡортостанда "Мәргән уҡсы" традицион яндан уҡ атыу буйынса IV халыҡ-ара фестивале тамамланды. Бәйге Ғафури районының Имәндәш һәм Ташаҫты ауылдары араһындағы Уҡлыҡая итәге яланында барҙы. Ойоштороусылары Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика Халыҡ ижады үҙәге, Ғафури районы хакимиәте булышлығында "Любизар" Беренсе башҡорт атлы полкы" хәрби-тарихи клубы идараһы ағзалары.
Ярышта ҡатнашыу өсөн Башҡортостан ҡалаларынан һәм райондарынан тыш Төркиә, Литва, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Дағстан, Омск, Төмән, Екатеринбург, Силәбе, Мәскәүҙән йөҙләгән уҡсы килде.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзалары Фәнит Моратбакиев менән Ғаяз Ғарипов фестиваль сиктәрендә республикала этноспортты, милли спорт төрҙәрен үҫтереү мөмкинлектәре хаҡында уҙғарылған түңәрәк өҫтәлдә сығыш яһанылар.
Сарала этноспорт Федерацияһына нигеҙ һалынды.
Ярыш майҙанында уҡтан атыу, башҡорт милли аш-һыуын әҙерләү, ҡул эштәре буйынса мастер-кластар үтте. Мәғрур Уҡлыҡая ҡаршыһында бер төркөм зыялылар тырышлығы менән булдырылған мемориаль комплексын асыу тантанаһы ла үтте.Башҡорт яугирҙарының төп һуғыш ҡоралы булып иҫәпләнгән уҡ-һаҙаҡ менән һөңгө һындарынан торған матур мемориал комплекс “Мәргән уҡсы” фестиваленә бик шәп бүләк булды. Проекттың авторы – Ғафури районының Сәйетбаба ауылы егете “Төнъяҡ амурҙары” – “Любизар”1-се башҡорт атлы полкы хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов.Башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалын "Төнъяҡ амурҙары" ойошмаһы ағзаһы Илдар Шәйәхмәтовҡа тапшырҙы.
Өс көн дауамында барған“Мәргән уҡсы” фестивале үҙенең иң яҡшы уҡсыларын билдәләне.
Читайте нас: