+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2019, 13:43

Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале еңеүсеһе һәм лауреаттары билдәләнде

Ҡанатлы ат статуэткаһы һәм миллион һумлыҡ сертификат кемдә?

Өфөлә Рәсәй киноһы көнөндә IV «Көмөш Аҡбуҙат» халыҡ-ара кинофестивале тамамланды. Конгресс-холда уҙған бүләкләү тантанаһында Гран-приға эйә булыусының исемен әйттеләр. Ҡанатлы ат статуэткаһын һәм миллион һумлыҡ сертификатты «Надо мною солнце не садится» (Саха-Яҡутстан, Рәсәй) дебют фильмы өсөн режиссер Любовь Борисова алды. Төп призды жюри рәйесе, театр һәм кино артисы, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Сергей Шакуров тапшырҙы.
Фильм шулай уҡ «Социаль һәм мотивация киноһы» номинацияһында иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы тип танылды. Комедия элементтары менән драма Николай Лугиновтың «Каменный мыс» повесы буйынса төшөрөлгән.
Төп ролде 73 йәшлек профессионал булмаған актер Степан Петров уйнай. Ул ғүмере буйына ауылда йәшәгән, водитель булып эшләгән. Элек актер халыҡ театрында ғына уйнаһа, хәҙер, 70-те үткәс, ысын кино йондоҙона әүерелгән. Был — Степан Петровтың кинолағы икенсе роле, тәүгеһе «Царь-птица» фильмында.
Башҡа наградалар түбәндәгесә бүленде:
«Милли һәм этник кино» номинацияһында:
«Иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы» — «Өфөнән һөйөү менән», режиссер Айнур Асҡаров (Башҡортостан)
«Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы» — «Изгородь», режиссер Михаил Кулунаков (Алтай Республикаһы)
«Иң яҡшы документаль фильм» — «О чем грустит наш дом», режиссер Кристен Гайнет (Башҡортостан).
«Социаль һәм мотивация киноһы» номинацияһында:
«Иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы» —«Надо мною солнце не садится», режиссер Любовь Борисова (Саха-Яҡутстан)
«Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы уйын фильмы» — «Чай», Шокир Холиков (Үзбәкстан)
«Көнүҙәк теманы асҡан өсөн» — «Я не хочу быть крестьянином», Танги Ле Крас (Франция).
Фильм авторҙарына бүләктәр
«Социаль һәм мотивация киноһы» номинацияһында йәмәғәт эшмәкәре Каринэ Хәбированан махсус бүләк — «Девушка и море», Азизжан Заиров һәм Мөхәмәт Мамырбәков (Ҡаҙағстан).
«Милли һәм этник кино» номинацияһында Әмир Абдразаҡов исемендәге махсус бүләк — «Султан Агунг», Ханунг Брамантио (Индонезия).
Бөтә донъя башҡорттарының махсус бүләге — актриса Нурия Ирсаева, режиссер Роман Пожидаев (Башҡортостан), режиссер Руслан Юлтаев (Башҡортостан).
Өфө мэрияһының махсус бүләге — «Последний Вальс» ,оператор эше өсөн — Сергей Ландо (Санкт-Петербург).
Башҡортостан кинематографистарының махсус бүләктәре:
Иң яҡшы оператор эше өсөн Ғилуан Әмиров бүләге — «Кластан тыш дәрес», Рафаил Сарваев (Башҡортостан).
Рәссам Салауат Фидаиҙан бүләк — «Кошачий полдень», Квон Сун Мо (Көньяҡ Корея).
Өфөлә кино байрамы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Башҡортостан Кинематографистар союзы, Өфө хакимиәте булышлығында уҙҙы.
Читайте нас: