-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2019, 20:07

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында - яңы директор

Яңы директорға - 34 йәш. Уның турала элекке коллегалары тик яҡшы һүҙҙәр менән телгә ала.

Республиканың иң төп урта белем биреү йорттарының береһе - Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына яңы директор тәғәйенләнеләр. Уның исеме - Илнур Сәлихов. Быға тиклем ул Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары булып, ә 2017 йылдан Өфө ҡалаһының 160-сы лицейының директоры булып эшләгәйне.
Илнур Рифат улына - 34 йәш. Уның элекке хеҙмәттәштәре, етәксе булараҡ, әүҙем һәм талапсан кеше булыуы тураһында, лицейҙы ҡалдырып, икенсе белем усағына китеүе өсөн көйөнөүҙәре тураһында еткерә.
Ә гимназияны быға тиклем етәкләүсе директор Ләйсән Фазлетдинова үҙенең хеҙмәт юлын Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында дауам итәсәк.
Уларға барыһына ла эштәрендә уңыштар теләйек!

Читайте нас: