+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2019, 02:16

Шәхси балалар баҡсаһы асырға теләйһеңме?

Башҡортостандың социаль өлкә инновациялары үҙәгендә “Шәхси балалар баҡсаһы ас” тигән темаға оҫталыҡ дәресе үтте.

Башҡортостандың социаль өлкә инновациялары үҙәгендә “Шәхси балалар баҡсаһы ас” тигән темаға оҫталыҡ дәресе үтте. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Билдәле булыуынса, бөгөн республикабыҙҙың һәр тармағында йүнселлекте үҫтереү маҡсаты нығына. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәләренә ярашлы, халыҡ бар өлкәләрҙә үҙ кәсебен йәйелдереүгә хаҡлы, был үҙ сиратында конкурентлыҡты көсәйтеүгә, тимәк, хеҙмәт сифатын арттырыуға тос өлөш индерәсәк. Һәр урында һөнәр оҫталарының булыуы – социаль-иҡтисади үҫештең төп нигеҙе.


Бөгөнгө “Шәхси балалар баҡсаһы ас” тигән темаға оҫталыҡ дәресе – ошо бурысты тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө. Сараның программаһында “Дәүләткә ҡарамаған балалар баҡсаһы асыуҙың ойоштороу-хоҡуҡи формаларын һайлау: өҫтөнлөктәр һәм етешһеҙлектәр” мәсьәләһе төрлө яҡлап ҡарала.


Оҫталыҡ дәресен “Бала саҡ” дәүләткә ҡарамаған белем биреү ойошмалары партнерлығы ағзалары, социаль эшҡыуарҙар, был өлкәлә ун йылдан ашыу уңышлы хеҙмәт алып барған шәхси балалар баҡсалары селтәрҙәре етәкселәре, “Иң яҡшы социаль проект” республика конкурсы лауреаттары үткәрә.


Билдәле булыуынса, 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты иҫәпләнгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй. Республика етәксеһе был йәһәттән үҫеште тағы ла әүҙемләштереү, халыҡты йүнселлеккә киңерәк йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы.


Быйыл Өфөлә эшләй башлаған “Минең бизнес” үҙәге эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә тос өлөш индерәсәк тип көтөлә.


“Был территориаль берләшмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың барлыҡ ойошмаларына комплекслы хеҙмәтләндереү, ярҙам саралары күрһәтелә. Бындай үҙәктәр бөтөн субъекттарҙа төҙөләсәк. “Минең бизнес”ты киңәйтеү, эш урындары булдырыуҙы ойоштороу, программа тәьминәте өсөн быйыл 139 миллион һум аҡса бүленәсәк”, – тине Радий Хәбиров интервьюларының береһендә.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА
Читайте нас: