-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Август 2019, 02:11

Владимир Путин менән Рәжәп Эрдоган авиасалонда осрашты

Рәсәй һәм Төркиә Президенттары 14-се Халыҡ-ара авиация-йыһан салоны (МАКС) асылыу тантанаһында сығыш яһаны.

Рәсәй һәм Төркиә Президенттары 14-се Халыҡ-ара авиация-йыһан салоны (МАКС) асылыу тантанаһында сығыш яһаны.


Улар Су-57, Су-35 истребителдәре, Ка-62, Ми-38 вертолеттары һәм башҡа экспозиция менән танышты. Ике ил башлығы бигерәк тә Бе-200 амфибия-самолеты менән ҡыҙыҡһынды.


Владимир Путин Рәжәп Тайып Эрдоганға был техниканың төп күрһәткестәре хаҡында һөйләне.

Путин Эрдоганды, "беҙҙең ҡәҙерле дуҫ", тиһә, Эрдоган әфәнде беҙҙекенә, "минең ҡәҙерле дуҫым", тип өндәште.


Әйткәндәй, Төркиәлә "Технофест" авиация, һауа, техник фестивале үткәрелә икән. Истанбулда тәүгә ойошторолған сарала былтыр 550 мең ҡатнашыусы булған. Быйылғыһы 17 - 22 сентябргә тәғәйенләнгән һәм унда бер миллион самаһы ҡатнашыусы булыр тип өмөтләнәләр. Эрдоган дуҫыбыҙ, әлбиттә, беҙҙең Президентты һәм теләүсе һәр кемде саҡырҙы.


- Тесное сотрудничество, диалог между Россией и Турцией опирается на исторические, глубокие, богатые корни. Продолжают биться рекорды по посещаемости нашей страны российскими туристами. В этом году мы ожидаем около шести миллионов российских туристов в нашей стране. Торговый оборот между нашими странами уже превышает 25 миллиардов долларов, но наша задача состоит в том, чтобы достичь цифры в сто миллиардов долларов. Считаем, что наше сотрудничество с Россией придаст импульс новому развитию событий – как в авиационной сфере, так и в сфере космических технологий.


Завершая свою речь, хочу ещё раз выразить благодарность господину Путину за его любезное гостеприимство, - тине Төркиә Президенты.

Фото: Кремлин.ру
Читайте нас в