+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2019, 02:15

Милли проект урмандарҙы һаҡлауҙы хәстәрләй

«Экология» милли проектына ярашлы, урмандарҙы һаҡлауға һәм тергеҙеүгә лә ҙур сығымдар бүленә.

«Экология» милли проектына ярашлы, урмандарҙы һаҡлауға һәм тергеҙеүгә лә ҙур сығымдар бүленә. Уның «Урмандарҙы һаҡлау» федераль проектында республикабыҙға 2,2 млрд һум аҡса йүнәлтелгән. Финанслауҙың 1,3 миллиарды урмандарҙы ҡуртымға алыусылар, урман хужалыҡтары, урманды ҡулланыусылар иҫәбенән алынасаҡ. Милли проектың маҡсаты – урмандар балансын көйләү. БР урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, әлегә беҙҙә урмандарҙы тергеҙеү эше 63 процентҡа ғына башҡарыла. Күпме ҡырҡылған, шунса ағас ултыртылырға тейеш. Ағас үҫентеләренең тамыр ебәреүенә төп иғтибарҙы йүнәлтеү бурысы тора.

2024 йылға ағас ултыртылған майҙандарҙы 12,9 мең гектарҙан 15,2 меңгә тиклем арттырыу күҙ уңында тотола. Бының өсөн махсус техника, культиваторҙар, ер тырматҡыстар, үҫентеләр алынасаҡ. Быйыл милли проект сиктәрендә махсус техника алыуға 163,6 млн һум аҡса бүленгән. Уға ағас ҡырҡыуға күп операция башҡарыусы заманса техника һатып алыу өсөн килешеүҙәр төҙөлгән.

Башҡортостандың 40 процентын урман биләй. Белгестәр фекеренсә, уның 60 процентын ҡартайған ағастар тәшкил итә. Урман фондын яңыртыу өсөн киләсәктә ағас ҡырҡыуҙы ике тапҡырға арттырырға тура киләсәк.

Бөгөнгө көндә ҡырҡылыуға яраҡлы ағастың 30 проценты ғына ҡырҡылып, эшкәртелә.

З. ХӘСӘНОВА.

Фото: pixabay.com
Читайте нас: