+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2019, 14:36

"Уҡыусы картаһы" Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә лә булдырыласаҡ

Уҡыусылар был карта ярҙамында мәктәп ашханаһында, транспортта йөрөгәндә түләй ала, шулай уҡ мәктәпкә ингән урындағы турникет аша үткәндә карта асҡыс ролен үтәйәсәк.

Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә балаларға "Уҡыусы картаһы" тип аталған 250 мең махсус пластик карта таратасаҡтар. Уҡыусылар был карта ярҙамында мәктәп ашханаһында, транспортта йөрөгәндә түләй ала, шулай уҡ мәктәпкә ингән урындағы турникет аша үткәндә карта асҡыс ролен үтәйәсәк.
"Уҡыусы картаһы" ата-әсәләр өсөн дә уңайлы. Баланың мәктәпкә ҡасан барып етеүен, ҡасан сығыуын улар СМС-хәбәр аша белеп торасаҡ. Ә туҡланыу һәм юл йөрөү өсөн картала аҡса бармы-юҡмы икәнлеген улар кеҫә телефонындағы махсус ҡушымта аша тикшереп, кәрәк саҡта онлайн-банк аша аҡса күсерә ала.

Уңайлыраҡ булһын өсөн, "Уҡыусы картаһы"н карта формаһында ғына түгел, чип ҡуйылған беләҙек, йәки брелок рәүешендә лә алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Читайте нас: