+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Сентябрь 2019, 12:52

Салауат ҡалаһында ҙур мәктәп төҙөләсәк

Салауат ҡалаһында яңы ҙур мәктәп төҙөләсәк. Бының турала ҡала уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһының Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтте.

Салауат ҡалаһында яңы ҙур мәктәп төҙөләсәк. Бының турала ҡала уҡытыусыларының август кәңәшмәһендә Башҡортостан Республикаһының Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтте.
Заманса мәктәп Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгән белем усағының проекты буйынса күтәреләсәк (февралдә Стәрлетамаҡта 1225 урынлыҡ республикалағы иң ҙур мәктәп ҡабул ителгәйне).
"Балалар мәктәпкә һәйбәт кәйеф менән барырға, ә унда уларҙы яҡшы кәйеф менән уҡытыусылар ҡаршы алырға тейеш. Беҙ балаларҙың әхлаҡи һәм физик һаулығын ҡайғыртырға бурыслы, уларҙың мәктәптән бәхетле кеше булып сығыуы шарт. Тап шуның өсөн дә беҙ республика мәктәптәрендә биш көнлөк уҡытыу системаһына күстек", - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе мәғариф өлкәһендә уңышлы эшләп килгән лайыҡлы педагогтарға "Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы" һәм "Республиканың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре", ә ветеран уҡытыусыларға Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан иҫтәлекле миҙалдар тапшырҙы.


Читайте нас: