-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2019, 18:32

Беренсе сентябрҙән тик АЛҒА!

1 сентябрҙән «Башавтотранс» компанияһы «Бәхетле сәғәт» тарифын индерә, уға ярашлы «Алға» картаһы менән бер тапҡыр ғына түләү башҡарып, алтмыш минут эсендә бер нисә автобусты алмаштырырға мөмкин.

1 сентябрҙән «Башавтотранс» компанияһы «Бәхетле сәғәт» тарифын индерә, уға ярашлы «Алға» картаһы менән бер тапҡыр ғына түләү башҡарып, алтмыш минут эсендә бер нисә автобусты алмаштырырға мөмкин. Берҙәм тариф селтәре системаһына трамвай һәм троллейбустарҙы ла тоташтырыу планлаштырыла.
Был турала Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, әлегә пассажирҙарҙы ташыу менән шөғөлләнгән ҡайһы бер коммерция компаниялары был программаға ҡушылыуҙың мөһимлеген аңламай, әммә артҡа юл юҡ. Башҡортостандың йәмәғәт транспорты илдә иң яҡшыһы буласаҡ.
Өфө менән быға тиклем транспорт бәйләнеше булмаған район үҙәктәренә хәҙер яңы автобустар юл яра. «Башавтотранс» компанияһы автопаркы йәнә 102 берәмек техника менән тулыланды. Водителдәргә тантаналы рәүештә асҡыстар тапшырылды.
Иркен салон, руль артында тәжрибәле водителдәр. Хәүефһеҙ һәм ышаныслы техника Башҡортостан юлдарын иңләй.
Өфө автовокзалынан хәҙер республиканың барлыҡ район-ҡалаларынан да автобустар йөрөй. Быға тиклем 14 маршрут буйынса рейстар туҡтатылғайны. Ыңғай үҙгәрештәр, тәү сиратта, «Башавтотранс» компанияһының автопаркы яңырыуына бәйле.
«Өфө аренаһы» боҙ һарайы биләмәһендә сираттағы еңеү. Предприятие водителдәре йәнә тантаналы рәүештә бәләкәй һәм урта класлы 102 автобусты ҡабул итә. Майҙанда байрамса кәйеф. Ике рәткә теҙелгән транспорт саралары юлда ла һынатмаҫ тип көтөлә.
Бөлгөнлөккә төшкән «Башавтотранс» предприятиеһын һаҡлап ҡалыу – республика етәкселегенең ҙур ҡаҙанышы. Планға ярашлы, быйыл компания автопаркы төрлө һыйҙырышлы 527 транспорт сараһы менән тулылана, уларҙың бер өлөшө ҡабул ителеп, рейсҡа ҡуйылған. Яңы ғына тапшырылған 42 урта класлы автобус ҡала һәм ҡала яны маршруттарына тәғәйенләнгән. Салонда мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә уңайлыҡтар булдырылған.
Читайте нас: