+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2019, 14:07

Димаш Хоҙайбиргән

Димаш Рәсәйҙең һәм Көнбайыш ярымшарҙарының иң яҡшы сәхнәләрен штурмлай.

Дима́ш Хоҙайбиргән, ысын исеме Кудайберген Динмухаммед Канатович 1994 йылдың 24 майында Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында донъяға килә. Йырсы, композитор, мультиинструменталист. Димаштың ата-әсәһе Ҡаҙағстандың атҡаҙанған йырсылары. Сәхнәләрҙә йырлап, фортепианола һәм төрлө инструменттарҙа уйнап ҡына үтмәй Димаштың бала сағы, ул төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша. Ҡабатланмаҫ моңло тауышы уны Ҡаҙағстанда ғына түгел башҡа илдәрҙә лә популярлыҡ яуларға булышлыҡ итә. Бөтөн донъялағы миллионлаған тамашасылары тик уның йырҙарын тыңлар өсөн генә уның концерттарына - Ҡаҙағстанға ағыла.
Дима́ш Хоҙайбиргән Ҡытай республикаһы тамашасыларының иң популяр йырсыһы. Ул республиканың Top Chinese Music Award (Грэмми музыкаль премияның Ҡытай аналогы) абруйлы премияһына лайыҡ була. Димаш шулай уҡ Рәсәйҙең һәм Көнбайыш ярымшарҙарының иң яҡшы сәхнәләрен штурмлауын дауам итә: уның сығышы Американың The World's Best телешоуы хөкөмдарҙарына көслө тәьҫир итте.
Читайте нас: