Республика Ауыл хужалығы министрлығында "Агростартап" грантын аласаҡ эш башлаусыларҙы һайлау тамамланды. Иң күп балл йыйған 115 фермер дүрт миллион һумға тиклем дәүләт ярҙамы аласаҡ.
Аҡса "Фермерҙарға ярҙам системалалары булдырыу һәм ауыл кооперацияһы үҫеше" төбәк проектына ярашлы бүленә.
“Комиссия тура эфирҙа эшләне. Һайлап алыуҙың онлайн-трансляцияһы республика Ауыл хужалығы министрлығының ютуб-каналы аша барҙы. Үҙенең фермер проектын дөрөҫ тәҡдим иткәндәр еңде”, – тине Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Конкурсҡа бөтәһе 289 заявка тапшырылған. Дәғүәселәрҙең бер ни тиклем өлөшө һайлап алыу башланғанға тиклем үк төшөп ҡалған. Бары 115 кеше тейешле балл йыйып, еңеүсе тип билдәләнгән.