Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы сайтында министр вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе ҡотланы.
"Яңы уҡыу йылы менән барығыҙҙы ла ҡотлайым! Балалар, ошо матур көн һеҙгә белем, асыштар иленә юл асһын. Алған белемегеҙ киләсәктә мотлаҡ кәрәк буласаҡ, һеҙҙең аҡыллы, ҡыйыу булып үҫерегеҙҙә шигем юҡ. Ата-әсәйҙәрегеҙ, уҡытыусыларығыҙ һеҙҙең менән ғорурланһын.
Хөрмәтле педагогтар! Һеҙ уҡыусыларға сифатлы, заманса стандарттарға яуап биргән төплө белем бирәһегеҙ. Эшегеҙҙә түҙемлек, яңы идеялар һәм һөнәри үрҙәр теләйем.
Ҡәҙерле ата-әсәләр! Балалар һеҙҙе уңыштары, яңынан-яңы еңеүҙәре менән шатландырып торһон!