Кисә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Белем көнөнә арналған тантаналы линейка үтте. Байрамдан һуң ата-әсәйҙәр балаларға әҙерләнгән ашамлыҡтарҙы тәмләп, уның сифатын баһаланы. Туҡланыу өҫтәлдәрен йәмләндереп тулыландырылған сынаяҡтар, тәрилкәләр ҡунаҡтарҙың иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Ул ғына ла түгел, спорт яғынан яңы йүнәлеш өҫтәп милли көрәш менән шөғөлләнеү мөмкинселеге лә асыласаҡ. Заманса йыһазландырылған гимназияла балаларға тырышып, тик яҡшы билдәләренә уҡырға ғына ҡала.