Быйылғы уҡыу йылынан республиканың 36 муниципалитетында, шул иҫәптән Өфөлә уҡыусыларға өҫтәмә белем биреү буйынса пилот проектын ғәмәлгә ашырыу башлана. Һәр бала дәүләттән бүленгән аҡса иҫәбенә, мәктәптән тыш, өҫтәмә белем алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡыу йылына сертификаттың уртаса суммаһы 8 800 һум була. Республиканың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин
уҡытыусыларҙың республика кәңәшмәһендәге сығышында аҡсаны икенсе маҡсатҡа тотонорға һәм ҡулаҡсаға әйләндерергә ярамағанын билдәләне. Дәүләт һәм муниципаль учреждениелар, шәхси ойошмалар — өҫтәмә белем биреү навигаторы каталогында урынлаштырылған барлыҡ түңәрәктәр һәм секциялар ҙа финанслау программаһында ҡатнаша.