+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2019, 16:24

Башҡортостандың һәләтле балалары "Йәштәр инновациялары кампусы" профилле сменаһында ҡатнаша

2 сентябрҙән «TerraBashkiria. Киләсәк һынланышы» федераль проекты республикалағы һәләтле балалар өсөн ойошторолған "Йәштәр инновациялары кампусы" профилле сменаһы сиктәрендә эшләй башланы.

2 сентябрҙән «TerraBashkiria. Киләсәк һынланышы» федераль проекты республикалағы һәләтле балалар өсөн ойошторолған "Йәштәр инновациялары кампусы" профилле сменаһы сиктәрендә эшләй башланы.
Сентябрҙә Кампустың ике федераль сменаһы үткәрелә, унда Башҡортостандан, Силәбе өлкәһенән һәм сит илдәрҙән 300 уҡыусы ҡатнаша. Улар барыһы ла математика һәм информатика фәндәренән олимпиадаларҙа ҡатнашҡан.
"Йәштәр инновациялары кампусы" - Рәсәй буйынса таралып килгән өҫтәмә белем биреү проекты (2024 йылға кампустарҙа 150 меңдән ашыу уҡыусы күҙаллана). Уның программалары проектлы эшмәкәрлек итеүгә ҡоролған, ә уҡытыу уйын формаһында үтә.
Сменаларҙа IT-компанияларҙың әйҙәүсе белгестәре уҡыусыларға мастер-кластар үткәрәсәк, математика һәм информатика төплө уҡытыласаҡ.
Читайте нас: