+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2019, 13:19

Уҡыусыларҙы "Башавтотранс" автобустары йөрөтә

Сентябрь башынан Башҡортостандың алты районында уҡыусыларҙы "Башавтотранс" автобустары йөрөтә башлай, тип хәбәр итә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты.

Сентябрь башынан Башҡортостандың алты районында уҡыусыларҙы "Башавтотранс" автобустары йөрөтә башлай, тип хәбәр итә Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты.

Әлеге ваҡытта балаларҙы йөрөтөү өсөн мәктәп маршруттарының схемалары, ваҡыты, километражы, туҡталыу ваҡытын иҫәпкә алынып, транспорт сараларының расписаниеһы төҙөлгән.

Һуңғы ике йылда "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы Иглин һәм Учалы райондарының 42 мәктәбен хеҙмәтләндергәйне. Балаларҙы 60 автобус йөрөттө.

Быйыл иһә был проектҡа тағы ла Бәләбәй, Бөрө, Яңауыл, Дүртөйлө райондары мәктәптәрен дә ҡушалар. Йәғни, 59 белем усағын тағы ла 79 автобус хеҙмәтләндерәсәк (бөтәһе - 102 мәктәп, 139 автобус).


Читайте нас: