+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2019, 10:41

Владимир Путинды монголдар яҡшы әҙерләнеп ҡаршыланы

Рәсәй Президенты Улан-Баторҙа булды.

Монголияның баш ҡалаһында Владимир Путин менән ошо ил Президенты Халтмагийн Баттулги осрашып, ике ил араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәт, эшлекле бәйләнештәр, алдағы көндәргә хеҙмәттәшлек тураһында һөйләште. Шлуай уҡ төбәктәге проблемалар ҙа ҡаралды.


Халыҡ-ара консультациялар һөҙөмтәһе буйынса лидерҙар алдында бер нисә ике яҡлы документҡа ҡул ҡуйылды. Президенттар киң мәғлүмәт саралары алдында ла сығыш яһаны.


Һөйләшеүҙәр башланғансы йола буйынса ҡаланың үҙәк майҙанында ике ил башлығын да рәсми ҡаршылау тантанаһы үткәйне.


Владимир Путин Монголияның Премьер-министры, Бөйөк дәүләт Хуралы Рәйесе (парламент) менән дә осрашты.

Беҙҙең Президент унда совет һәм монгол ғәскәрҙәренең Халхин-голда еңеүенең 80 йыллығын билдәләү сараларына саҡырылғайны.


Фото: Кремлин.ру
Читайте нас: