+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Сентябрь 2019, 14:08

Яндекс.Лицейға уҡыусылар ҡабул ителә. Уҡытыу бушлай

Башҡортостанда Яндекс.Лицейға 8-9 синыф уҡыусылары ҡабул ителә. Балалар был курстарҙа программалау дәрестәрен өйрәнәсәк.

Башҡортостандың мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, Яндекс.Лицейҙа уҡытыу "Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар" федераль проекты сиктәрендә алып барыла һәм бөтөнләй бушлай буласаҡ.

Мәктәп уҡыусылары был курстарҙа программалау дәрестәрен өйрәнәсәк. Яндекс.Лицейға 8-9 синыф уҡыусылары ҡабул ителә. Уҡыу программаһы ике йылға тәғәйенләнгән. Унда эләгеү өсөн ни бары сайтта онлайн-тест эшләргә һәм әңгәмәне уңышлы үтергә кәрәк. Заявкалар 11 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Республикала Яндекс.Лицейҙың бөтәһе 10 майҙансығы эшләйәсәк. Күнекмәләр скайп аша аҙнаһына ике тапҡыр, төштән һуң үткәреләсәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта табырға мөмкин.

Читайте нас: