+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Сентябрь 2019, 16:44

Вакцинация гриптан һуң өҙлөгөүҙән 99 процентҡа һаҡлай – табиптар

Башҡортостанда прививка яһау кампанияһы башланды.

Башҡортостанда прививка яһау кампанияһы башланды. 29 августа төбәккә вакцинаның тәүге партияһы килде — 180 мең доза. Уларҙы поликлиникаларҙа бушлай алырға мөмкин. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, федераль бюджет республикаға 1,83 миллион доза вакцина һатып алған. Был халыҡтың 45% вакцинациялауға иҫәпләнгән.
Вируслы сирҙәр эпидемияһы, ғәҙәттәгесә, ғинуар-мартта көтөлә, шуға күрә декабрь аҙағына тиклем прививка эшләтергә кәрәк. Бәләкәй балалар өсөн консервантһыҙ вакцина һатып алынған, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә республика бюджеты иҫәбенә ошондай уҡ вакцина әҙер. Быйыл 5 мең йөклө ҡатын-ҡыҙға прививка яһау күҙ уңында тотола, уҙған миҙгелдә уларҙың 1 меңе генә прививкаға ризалашҡан.
Быйылдан башлап, медицина һәм педагогия хеҙмәткәрҙәренән, 60 йәштән өлкәндәрҙән һәм «хроник»тарҙан тыш, йәмәғәт транспорты водителдәре лә мотлаҡ прививка эшләтергә тейеш.
Киләһе миҙгелгә вакцина, эпидемиологтар фаразына ярашлы, А/Brisbane/02/2018, H3N2 — А/Kansas/14/2017, В/Colorado/06/2017 штамдарынан һаҡлай. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә инновацион дүрт валентлыҡ вакцинаны ҡулланыу башланды.
«Йыш ҡына беҙ пациенттарҙан прививканан һуң сирләнем тигән һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ. Ләкин прививкалы кешеләр грипп менән түгел, ә ОРВИ менән ауырый, уның 200-ҙән ашыу төрө бар. Эпидемия ваҡытында асыҡланған сирҙәрҙең 1% яҡыны киҙеүгә тура килә. Гриптан һуң өҙлөгөү ҡан тамырҙарына тура килә, билдәле булыуынса, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан үлем осраҡтары илдә беренсе урында. Әгәр вакцина гриптан 100 процентҡа һаҡламаһа, гриптан һуң өҙлөгөүҙән 99 процентҡа һаҡлай», — тип аңлатты табиптар.
Читайте нас: