+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 14:30

Һайлауға бармаған өсөн... штраф?

18 йәше тулған, йәғни бәлиғ булған һәр үҫмер үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә - һайлауға барырға тейеш.

18 йәше тулған, йәғни бәлиғ булған һәр үҫмер үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәргә - һайлауға барырға тейеш.


Ҡайһы бер илдәрҙә 18 йәше тулып та һаман һайлауға йөрөмәгәндәргә ҙур штраф һалалар икән. Австралияла, мәҫәлән, һайлау участкаһында теркәлмәгән граждандан аңлатма яҙыуын талап итәләр. Һайлауға бармауға әгәр етди сәбәп табылмаһа,ул 20 Австралия доллары түләргә бурыслы, түләмәгән хәлдә судҡа саҡырталар. Кипрҙа ла шундай уҡ талаптар. Тик бында штраф күләмен 340 евро тәшкил итә. Бельгияла иһә һайлауға йөрөмәгән граждандарға эш табыуы ауыр, ә Грецияла гражданлыҡ бурысын үтәмәгән кешегә паспорт, водитель танытмаһы һәм башҡа мөһим документтар бирелмәй.


Әгәр һәр аңлы граждан ваҡытында үҙенә йөкмәтелгән бурысты атҡарһа, беҙҙә бындай сикләүҙәр булмаҫ, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: