+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 20:37

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы: көндөҙгө 3-кә һайлаусыларҙың 42 проценттан ашыуы тауыш бирҙе

Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 3-кә һайлаусыларҙың дөйөм һанынан 42 проценттан ашыуы тауыш бирҙе.

Башҡортостанда көндөҙгө сәғәт 3-кә һайлаусыларҙың дөйөм һанынан 42 проценттан ашыуы тауыш бирҙе. Был турала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко хәбәр итте.
«Һайлау участкаларындағы ошо сәғәткә хәл-торошто тыныс тип баһалайым. Әгәр ялыуҙар килһә, уларҙың күбеһе эмоциональ характерҙа. Әммә борсолоу өсөн ниндәйҙер етди хәл булманы», — тине Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе.
Тауыш биреү дауам итә. Бөгөн һайлау участкалары киске 9-ға тиклем эшләй.
Читайте нас: