Быйыл республика Дәүләт Йыйылышы һайлау участкаларының эшен ике сәғәткә оҙайтты. Был йәкшәмбе көндө производствола эшләгән, баҡсаларына барған кешеләргә гражданлыҡ бурысын үтәргә мөмкинлек бирә. Өфөлә барлыҡ 410 участкала видеокүҙәтеү алып барыла. Республикала 334 меңдән ашыу һайлаусының һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын (КОИБ) файҙаланып тауыш биреү мөмкинлеге бар. Улар 225 һайлау участкаһына ҡуйыла. Быларҙың барыһы ла республика асыҡ һайлау үткәрергә әҙер булыуы хаҡында һөйләй