+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 16:05

Әлегә Башҡортостанда һайлау нормаль бара.

"Беҙ һайлау барышында килеп сыҡҡан бәхәсле мәсьәләләрҙе көйләү менән шөғөлләнәбеҙ", - ти Михаил Федотов.

Рәсәй Федерацияһы Президенты кәңәшсеһе, РФ Президенты эргәһендәге Гражданлыҡ йәмғиәте үҫеше һәм кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе: "Беҙ һайлау барышында килеп сыҡҡан бәхәсле мәсьәләләрҙе көйләү менән шөғөлләнәбеҙ, - тине. - Беҙҙең совет ағзалары бөгөн Рәсәйҙең 14 төбәгендә эшләй. Әлегә Башҡортостанда һайлау нормаль бара. Беҙ, Мониторг эшсе төркөмө ағзалары, әле иртәнсәктән алып бик күп һайлау участкаларында булдыҡ. Бөтөн ерҙә лә видеокамералар эшләп тора. Һәр участкалағы һайлау барышын интернет аша ҡарап ултырырға мөмкин. Өҫтәүенә, бөтөн ерҙә лә күҙәтеүселәр эшләй. Эш яҡшы ойошторолған."
Читайте нас: