Бөгөн һайлау. Мин һайлау участкаһында 2000 йылдар башында булған Мостай Кәрим менән интервьюны һәр саҡ иҫтә тотам! Ул мәл мин Башҡортостан радиоһының яңылыҡтар хеҙмәтендә эшләгән мәл ине. Яңылыҡтарҙа эшләүе ҡыҙыҡлы ла ҡатмарлы ла булды. Ҡатмарлылығы ваҡыт етмәгәнлектә булһа ҡыҙыҡлылығы яңы кешеләр, бөйөк шәхестәр менән осрашып, тәжрибә туплау ине.
Өфө ҡалаһының Хоҙайбирҙин урамындағы мәктәптәге һайлау участкаһында республикабыҙҙың етәкселәренең күптәре тауыш бирә торған ине. Беҙ ҙә шунда эшләнек. Бер мәл халыҡ геү килеп ишек яғына ынтылды. Беҙ Президент килә икән тиһәк Мостай Кәрим тауыш бирергә килгән булған. Мин алдан йүгереп барып диктофонды сығара һалып: "Мостафа Сафич, һеҙ ни өсөн һайлауға йөрөйһегеҙ?" тип һорау биргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Эй йәш саҡ! Шундай көйһөҙ, урынһыҙ һорау бирәләрме ни ул? Берәү булһа был йәш журналистың урынһыҙ һорауынан һуң шунда уҡ үтер ҙә китер ине. Тик Мостай ағай ундайҙарҙан түгел... "Мин һәр һайлауға килеп тауышымды бирәм, гражданлыҡ бурысымды үтәйем. Сөнки мин тауыш бирмәһәм, аҙаҡ һайланған кешеләрҙәң бер нимә талап итергә хоҡуғым юҡ!" тине миңә Мостай Кәрим.
Бөгөн дә мин Мостай ағай әйткән һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп һайлауға барҙым. Ә һеҙ һайлауға барҙығыҙмы?