-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 10:10

Сәғәт ете тулмайынса һайлауға барып тауыш биргән

"Башҡортостан" гәзите хеҙмәткәре Илдар Аҡьюлов иртә менән барып гражданлыҡ бурысын тапшырған.

"Иртәнге сәғәт 7 тулырға 5-10 минут ҡалған. Өфө ҡалаһының Чернышевский урамы, 141 адресы буйынса урынлашҡан 114-се һайлау участкаһында кешеләр күренә. Әлбиттә, барыһы ла һайлауға ашығып килгән.

Һайлау участкаһы теүәл иртәнге сәғәт 7-лә асылды. Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары уйнағандан һуң, һайларға мөмкин ине. Исламғәле Мәүләтҡолов та иң беренселәрҙән булып тауыш бирҙе. Һайлау участкаларының эшен бер сәғәт алдан башлау һәр йәһәттән дә отошло, ти ул. Ағай гражданлыҡ бурысын үтәгәс, баҡсаһына юлланды.

- Ғәҙәттәгесә, беҙҙә һайлаусылар әүҙем, төшкә хәтлем өлкәндәр күп килә, йәштәр көндөң икенсе яртыһында ҡатнаша. 1 866 һайлаусы теркәлгән, үҙегеҙ шаһит, бына әле сират хасил булды, - тип һөйләй 114-се һайлау участкаһы рәйесе Наталья Шепелева".

Шулай итеп яҙған Илдар Аҡьюлов "Башҡортостан" гәзите сайтында. https://bash.rbsmi.ru/articles/aylau-2019/aylau-a-atnash-ta-bash-a-esht-rg-toton/
Читайте нас: