+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2019, 16:09

Уҡытыусыларҙың отчет, тикшереү эштәрен кәметергә тәҡдим иткәндәр

"Берҙәм Рәсәй" партияһы Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына уҡытыусыларҙың отчет тапшырыу, уларҙың эшмәкәрлеген тикшереү сараларын еңелләштерергә һәм кәметергә тәҡдим итте.

"Берҙәм Рәсәй" партияһы Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығына уҡытыусыларҙың отчет тапшырыу, уларҙың эшмәкәрлеген тикшереү сараларын еңелләштерергә һәм кәметергә тәҡдим итте.
Ысынлап та, уҡытыусыларҙың иң ҙур проблемаларының береһе - бөтмәҫ-төкәнмәҫ отчеттар, анкеталар һәм башҡа документтар тултырыу. Был хәл уҡыусыларға бүленергә тейешле иғтибарҙы бермә-бер кәметә. "Берҙәм Рәсәй" ойошторған "Кеше именлеге" дискуссион майҙансығында "Уҡытыусыларҙың бюрократияға ҡаршы инициативаһы" тип аталған ултырышында ошо теманы күтәреп сыҡҡандар.

Ултырышта ҡатнашыусылар педагогтарға уҡыусыларҙың өлгәшен теркәү (электрон көндәлек һәм электрон журнал), дәрес планы (дәрестең технологик картаһы), уҡыу программаһы (календарь-тематик план) кеүек мөһим документтарҙы ғына ҡалдырырға тәҡдим итә. Шулай уҡ Мәғариф һәм фән министрлығына отчеттар һәм уларҙың формаларын кәметергә тигән
Уҡытыусы уҡытырға, бюрократия менән шөғөлләнмәҫкә тейеш, тиҙәр "Берҙәм Рәсәй"ҙә. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
Читайте нас: