Ғалимдар әйтеүенсә, был – һары эсле, ҡыҙғылт-һары башлы, ҙур яңаҡлы үрмәксе, арҡаһында һыҙат та бар. Ул ауырттырып тешләй, ағыулы, әммә үлемесле түгел. Тешләнгән урын ауырта, шешә, күңел болғана, баш әйләнә. Ләкин үрмәксе үҙе башлап һөжүм итмәй, һаҡлана ғына. Кәм тигәндә ике тешләү осрағы билдәле – зыян күреүселәр ярҙам һорап токсикология бүлеге табиптарына мөрәжәғәт иткән.