+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2019, 16:38

Башҡорт телен бушлай өйрәтеү курстары эшләй башлай

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты 16 сентябрҙән башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар үткәрә башлай.

???? Башҡорт телен өйрәнеү курстары!
Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты 16 сентябрҙән башҡорт телен өйрәнеү буйынса курстар үткәрә башлай.
Курстар түләүһеҙ нигеҙҙә көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формаларында ойошторола. Башҡорт телен һәр теләгән кем өйрәнә аласаҡ. Дәрестәр киске ваҡытта утәсәк: 18:00 – 20:00 сәғәттәрҙә. Төркөмдәр башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап төҙөлә.
Республикабыҙҙың дәүләт статусындағы башҡорт телен өйрәнеү курстарына йөрөү өсөн Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына (Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 120, 216-сы бүлмә) мөрәжәғәт итегеҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 8-347-228-25-04, (эске номер 2-41). Электрон адрес: [email protected]
Читайте нас: