+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2019, 18:45

21 сентябрҙә Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе уйын рәүешендә ойошторола

21 сентябрҙә дөйөм ҡала өмәһе ҡатнашыусылар өсөн уйын мөхите тыуҙырыу һәм ярыш сәме уятыу өсөн «Таҙа уйындар» рәүешендә ойошторола.

21 сентябрҙә дөйөм ҡала өмәһе ҡатнашыусылар өсөн уйын мөхите тыуҙырыу һәм ярыш сәме уятыу өсөн «Таҙа уйындар» рәүешендә ойошторола, тип белдерҙе Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге етәксеһе Ольга Филева. Икенсе дөйөм ҡала өмәһе 5 октябргә тәғәйенләнгән. Майҙансыҡтар билдәле — 140 гектарға яҡын ҡала биләмәһен тәртипкә килтереү бурысы тора.
Шулай уҡ #ЙӘШЕЛБАШҠОРТОСТАН акцияһы дауам итә: 3 мең үҫенте һәм декоратив ҡыуаҡлыҡ ултыртыу күҙаллана, шуларҙың 1,2 меңен — «Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы», ҡалғанын коммуналь хеҙмәттәр, ойошмалар, предприятиелар ултырта.
Читайте нас: