+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 02:25

"Башҡорт ихаталары" - милли проект.

Киләһе йылдан республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә Башҡортостан Башлығы ихаталары барлыҡҡа килә.

Киләһе йылдан республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәрендә Башҡортостан Башлығы ихаталары барлыҡҡа килә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөнөң Сипайлово биҫтәһен ҡарап йөрөгән саҡта шул хаҡта белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, бер нисә төбәктә ошондай программалар бар.
Был ихаталар республика Башлығы фондынан финансланырға тейеш. Бындай ихаталарҙы муниципалитетта йәшәүселәр тауыш биреү юлы менән үҙҙәре билдәләй, һуңынан ғариза республика башлығына ебәрелә.
«Еңеүсе ихата буйынса миңә ғариза яҙыла һәм мин уны финанслай башлайым. Бер ихатаға 5 миллион һум бүлергә ниәтләйбеҙ. Ихата ҙур икән, был аҡсаға унда балалар майҙансығы ҡуйырға, ихатаның биләмәһе ныҡ ҙур булмаһа, шул аҡсаға уны тулыһынса төҙөкләндерергә мөмкин», — тине Радий Хәбиров, «Башинформ» агентлығы һорауына яуап биреп.
Читайте нас: