+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2019, 17:50

Ике үҫмер “Колумбайн”ды ҡабатларға уйлаған.

Аллаһ һаҡлаһын! Ике үҫмер 2 сентябрь көнө мәктәптә “Колумбайн” америка мәктәбендәге һуйыш-ҡырылыш сценарийын ҡабатларға уйлаған.

Аллаһ һаҡлаһын!
Полиция хеҙмәткәрҙәре мәктәптә үлтереш ҡорорға уйлаған ике үҫмерҙе ҡулға ала.
Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ун алты йәшлек үҫмерҙәр, ҡоралланып, икенсе сентябрҙә мәктәпкә баҫып инергә уйлаған. Быға улар оҙаҡ әҙерләнгән. Үҫмерҙәрҙең берәүһе ҡоралдары, травматик пистолеттары, һунар карабины инде бар, тип үҙенең танышына яҙа. Иң тәүҙә улар был ҡара эштәрен яҙ көнө атҡарырға план ҡорған, ләкин үҫмерҙәрҙең береһенә бронежилетҡа заказ биреп өлгөрмәгәнлектән, был уйҙарын кисектереп торған булғандар. Һөҙөмтәлә мәктәпкә икенсе сентябрҙә баҫып инергә ҡарар итәләр. Ике туған ағалы-ҡустылылар 1999 йылдың 20 апрелендә булған “Колумбайн” америка мәктәбендәге һуйыш-ҡырылыш сценарийын ҡабатларға уйлаған. Ошо хәл-ваҡиғаның тарихы менән ҡыҙыҡһынған, социаль селтәрҙәрҙә ошо трагедияға арналған төрлө төркөмдәрҙең яҙылыусылары булған.
Үҫмерҙәрҙең береһе йәйен Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе туғандарына барғанда ҡорал һатып аласағы тураһында ла яҙа.

Улар хатта социаль селтәрҙәр аша шартлатҡыс һатыусыларҙы эҙләгән, тип хәбәр итә “Комсомольская правда” гәзите.

Бәхеткә ҡаршы, ағалы-ҡустылы ике үҫмерҙең ҡара уй-ниәттәре тормошҡа ашмай ҡала, хоҡуҡ һаҡлау органы хеҙмәткәрҙәре уларҙы ҡулға ала.
Ике һәм унан да күберәк кешене үлтерергә маташыу (РФ Енәйәт кодексының 105ст. 2 ч.) факты буйынса уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла.
Читайте нас: