Беренсе ултырышта эшсе төркөм төҙөлдө. Уның составына ингән аграр ведомстволар, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Өфөләге Рәсәй экспорт үҙәге вәкилдәре төбәктә агросәнәғәт продукцияһы экспорты мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Иген, май продукцияһы һәм эшкәртеү предприятиелары тауарҙарының экспорттың өҫтөнлөклө йүнәлеше булыуы билдәләнде.
Шулай уҡ "УК Сигма Холдинг" йәмғиәте предприятиеларының экспорт мөмкинлектәре, "Конкурентлыҡҡа һәләтлелекте арттырыу килешеүе тураһында" программаға ярашлы ташламалы кредит алыу хаҡында һөйләшеү булды.