Бөтөн Рәсәй балалар матбуғатының "Серле һүҙ" юбилей фестивале иң яҡшы балалар баҫмаларын үҙенә йыйҙы. Фестиваль сиктәрендә уҙғарылған "Серле һүҙ" бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнде. Рәсәйҙең (шулай уҡ, быйыл Белорусcия ла ҡатнашты) 130 балалар баҫмаһы араһында "Аманат” журналы “МИЛЛИ ТЕЛДӘГЕ ИҢ ЯҠШЫ БАЛАЛАР БАҪМАҺЫ” исемен яуланы!