+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2019, 17:07

Көҙгө СӘҮИӘ менән

23 сентябрҙә - көҙгө СӘҮИӘ - көн менән төндөң тигеҙләшеүе була. Астрономик календарь буйынса алтын көҙ ошо сәүиәнән башлана ла инде.

Сентябрь - көҙҙөң тәүге айы, халҡыбыҙ календары буйынса Көҙбағыр, Әкрәп, Һарығай тип йөрөтөлә.
23 сентябрҙә - көҙгө СӘҮИӘ - көн менән төндөң тигеҙләшеүе була. Астрономик календарь буйынса алтын көҙ ошо сәүиәнән башлана ла инде. Был Өфө ваҡыты менән 12 сәғәт 49 минутта була, тип хәбәр иттеләр баш ҡала планетарийынан.
Ошо көндө бөтөн Ер өйөҙөндә көн менән төндөң оҙонлоғо бер тигеҙ – 12 сәғәт буласаҡ. Көҙгө көн менән төндөң тигеҙләшкән көнөндә йыл миҙгелдәре алмашына тип иҫәпләйҙәр.
“Ҡояш күк көмбәҙенең төньяҡ ярымшарҙарынан көньяҡҡа күсә. Ерҙең төньяҡ ярымшарҙарында астрономик көҙ килә, ә көньяғында – астрономик яҙ. Төньяҡ ярымшарҙарҙа төндәр көндәрҙән оҙонораҡ, ә көньяҡ ярымшарҙарҙа – ҡыҫҡараҡ. Сентябрь башында көн оҙонлоғо Өфөлә 13 сәғәт 44 минут, ә аҙағында – 11 сәғәт 37 минут. Йәғни, бер айҙа көн оҙонлоғо ике сәғәткә ҡыҫҡара һәм ҡышҡы ҡояш торошо 22 декабргәсә кәмеүен дауам итә,” – тип аңлаттылар Өфө планетарийында.
Көн менән төндөң тигеҙләшеүе йылына ике тапҡыр: көҙөн һәм яҙын була. Яҙғы көн менән төндөң тигеҙләшеүе йыл һайын март айына тура килә.
Алтын Көҙ менән, дуҫтар!
Читайте нас: