+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2019, 15:24

Республикала «яҡшы ғына ихаталар» барлыҡҡа килде - Радий Хәбиров

Был хаҡта ул бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан ихаталары» ихаталарҙы төҙөкләндереү программаһын ғәмәлгә ашырыу барышын ыңғай баһалап, республикала, ниһайәт, яҡшы ғына ихаталар барлыҡҡа килде, тип өҫтәне. Был хаҡта ул бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
«Салауатта, Өфөлә, Күгәрсен районында яҡшы ғына ихаталар барлыҡҡа килде, — тип билдәләне ул. — Халыҡҡа шул хаҡта һөйләргә кәрәк. 2024 йылдың аҙағына беҙ ремонтҡа мохтаж барлыҡ ижаталарға инергә тейешбеҙ».
Башҡортостандың вице-премьер, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев хәбәр итеүенсә, әлегә 1 ноябргә тиклем «Башҡортостан ихаталары» республика программаһына индерелгән ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе тамамлау күҙаллана.
«Башҡортостан ихаталары» комплекслы төҙөкләндереү программаһын бойомға ашырыу барышында бөгөнгә 55 ихата иҫкәртмәләр менән ҡабул ителгән. 336 объектта эштәр алып барыла. Бөрө, Благовар, Ишембай, Ҡалтасы, Мәләүез райондарында һәм Нефтекамала 13 объектта эш башланмаған», — тине Борис Беляев.
Республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, 2019 йылға программаға ингән биш ихата бынан алда үткәрелгән конкурстар аҡсаһын экономиялау иҫәбенә төҙөкләндерелгән.
Дөйөм алғанда, 1 ноябргә төбәктә «Башҡортостан ихаталары» программаһы ярҙамында 404 ихатаны төҙөкләндереү күҙаллана. Улар 300 мең кеше йәшәгән 895 күп фатирлы йортто үҙ эсенә ала.
Борис Беляев һүҙҙәренсә, ошо программа буйынса ихаталарҙы комплекслы төҙөкләндереү барышында асыҡланған иҫкәртмәләрҙе бөтөрөү өсөн республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы 29 муниципалитетҡа өҫтәмә рәүештә 108 миллион һум бүлгән.
Бөгөнгә төп проблемаларҙың береһе — спорт һәм балалар өсөн ҡорамалдарҙы, төҙөкләндереү элементтарын килтереүҙә тотҡарлыҡ. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың 106 ихатаһы ошондай тәьмин итеүҙе көтә.
Республика ҡаҙнаһынан «Башҡортостан ихаталары» программаһына 1,7 миллиард һум бүленгән. Шарттарға ярашлы, ремонт хаҡынан 1% йортта йәшәүселәр индерергә тейеш.
Читайте нас: