-13 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2019, 09:08

Владимир Путин: "Ебек кеше дәүләткә идара итә алмай"

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дағстандың Ботлих ауылында 20 йыл элек республикаға баҫып ингән халыҡ-ара террорсыларға етди ҡаршылыҡ күрһәткән батырҙар менән осрашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин кисә Дағстандың Ботлих ауылында 20 йыл элек республикаға баҫып ингән халыҡ-ара террорсыларға етди ҡаршылыҡ күрһәткән батырҙар менән осрашты.


Осрашыу ваҡытында Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстанда, 1999 йылдың август-сентябрендәге хәрби бәрелештәрҙә һәм локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар мемориалына сәскә һалды. Президент ауыл халҡы менән һөйләште һәм террорсыларға ҡаршы торған батырҙар менән аралашты, уларға рәхмәт әйтте.


Ауыл халҡы Дағстанда Президент менән ғорурланыуын белдерҙе. Путин уларға яуап итеп, ошондай матур, йомарт һәм батыр кешеләр барында Рәсәйҙә ниндәйҙер ебек кеше дәүләт етәксеһе була алмай, тине.


Әйткәндәй, быйыл "Тура бәйләнеш"тә Ботлих ауылы халҡы Владимир Путиндан Дағстан батырҙарына хәрби хәрәкәттәр ветераны хоҡуғы биреүен һораны һәм ҡунаҡҡа саҡырҙы. Августа тейешле законға ҡул ҡуйылды.

#ВладимирПутин


Алексей Никольский /РИА Новости


Автор: Венер ИСХАҠОВ
Читайте нас в